Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
0
91.12
0
70.69
+2.05
20+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Ноябрь 2021, 14:25

Башҡортостанда тәүге 28 мең тонна шәкәр етештерелде

Республикалағы ике шәкәр заводының ҡеүәте 1,2 миллион тоннанан ашыу сеймалды эшкәртергә етәсәк.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
Фото:Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы

Бөгөнгә 193 мең тонна сөгөлдөр эшкәртелгән. Был башлыса «Раевсахар» компанияһының өлөшө, төҙөкләндерелгән Шишмә шәкәр заводы ошо көндәрҙә эшләй башланы, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында. Республиканы норматив буйынса шәкәр менән тәьмин итеү өсөн яҡынса 100 мең тонна кәрәк.

Был миҙгелдә 36,4 мең гектар сәсеүлектән 900 мең тоннанан ашыу тамыраҙыҡ йыйып алынған. Ҡоролоҡ бөтә культураларҙың уңышы кәмеүгә йоғонто яһаны. Сағыштырыу өсөн: 2020 йылда шәкәр сөгөлдөрөнөң тулайым йыйымы 28,8 мең гектарҙан 1 миллион тоннанан ашҡан. Былтыр республика заводтары 51 мең тонна шәкәрҙе экспортҡа сығарған, $20 миллион табыш алған.

 

Читайте нас: