15:10 (UTC+5), 28 Октября 2021

Республикала инвесторҙарға ололар өсөн пансионат төҙөү проекты әҙерләнде

Ҡырҡ урынлыҡ социаль учреждениены Шишмә районы Тәпәреш ауылында асыу күҙаллана.

Инвестиция тәҡдимен Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы әҙерләгән. Проектты дәүләт-шәхси партнерлыҡ сиктәрендә ғәмәлгә ашырыу планлаштырыла. Уның хаҡы 7,9 миллион һум күләмендә иҫәпләнә, тормошҡа ашырыу ваҡыты — өс йыл, эш урындары һаны — 19. Ошо 15 йылда учреждение яҡынса 92,6 миллион һум табыш алырға тейеш.

«Шәхси пансионатта льготалы шарттарҙа, шулай уҡ пенсияның бер өлөшө иҫәбенә йәшәргә мөмкин. Опекалағы кешеләр өсөн сифатлы туҡланыу ойошторола, кәрәкле инфраструктура менән тәьмин ителә. Пансионатта пандустар һәм лифттар ҡуйыу планлаштырыла. Өлкәндәрҙең дауалау физкультураһы һәм төрлө хобби менән шөғөлләнеү мөмкинлеге була. Проектты бойомға ашырыуҙан ыңғай социаль-иҡтисади һөҙөмтә көтөлә. Социаль хеҙмәттәрҙән файҙаланыуҙы арттырыу, яңы эш урындары, шулай уҡ бюджет аҡсаһын экономиялау һәм һалым керемдәре», — тине Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

 

 

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика