Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
18+ °C
Ямғыр
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Октябрь 2021, 15:30
Социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың нигеҙһеҙ артыуын күҙәтәсәктәр
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда социаль яҡтан әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың нигеҙһеҙ артыуын күҙәтәсәк эш төркөмөн булдырыу тураһындағы ҡарарға республиканың премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған. Документ хоҡуҡ мәғлүмәттәре порталына һалынған.
Эш төркөмөнә ауыл хужалығы, сауҙа һәм хеҙмәттәр министрҙары, Федераль антимонополь хеҙмәттең БР буйынса идаралығы етәксеһе, Йәшелсә үҫтереүселәр союзы, Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы союзы рәйестәре ингән. Улар менән республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов етәкселек итәсәк.
Башстат мәғлүмәте буйынса йыл башынан Башҡортостанда картуфҡа хаҡ 20,4%-ҡа, йәшелсәгә 46%-ҡа артҡан. Аҙыҡ-түлеккә хаҡты дөйөм алғанда 3,7%-ҡа күберәк түләргә кәрәк.
Социаль яҡтан әһәмиәтле аҙыҡ-түлектең күбеһенә сираттағы хаҡтар артыуы тураһында республика статистиктары хәбәр иткәнен быға тиклем «Башинформ» яҙып үткән ине.
https://www.bashinform.ru/news/1659572-v-bashkirii-budut-sledit-za-neobosnovannym-rostom-tsen-na-sotsialno-znachimye-produkty/
Автор:
IMPORT Сервисный
Теги:
уфас
хаҡтарҙың артыуы
Читайте нас: