Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
74.06
+0.09
83.81
-0.02
71.95
+2.28
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Октябрь , 15:25

Бөрйән районының Нәби ауылында яңы мәктәп төҙөләсәк

Олег Яровиков
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Бөрйән районына эш сәфәре Иҫке Монасип ауылы урта мәктәбенең Нәби филиалынан башланды.
Мәктәп директоры Даян Ҡотлобаев һөйләүенсә, бында ике ауылдан 71 бала уҡый, 13 уҡытыусы эшләй. Мәктәп автобусы 15 уҡыусыны алып килә. 1959 йылда бүрәнәнән һалынған белем усағы бинаһы йылдан-йыл ултыра, яуым-төшөм мәлендә мәлендә ҡыйыҡтан һыу үтә, һөҙөмтәлә штукатуркаһы ҡойола.
«Беҙ төп стеналарҙы терәк бурсалар менән нығытып торһаҡ та, улар ҡыйшайыуын дауам итә, сатнай, көн елле торғанда йылы оҙаҡ тормай. Ағас тәҙрәләр ҙә ҡыйшайған, асылмай, тәҙрә төптәре серегән. Сатнаған быялаларҙы алмаштыра алмайбыҙ, рамдарын сығарғанда тәҙрә яҡтауы төшөүе мөмкин. Йөрөгәндә иҙән таҡталары ныҡ һығыла. Класс бүлмәләренең үлсәмдәре һәм торошо санитар-гигиеник нормаларға һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәй. Мәктәп газ менән йылытылһа ла, ҡышҡыһын өҫтәп мейес яғырға тура килә», — тип белдерҙе Даян Ҡотлобаев.
Республика Башлығы бер нисә класты ҡараны, уҡыусылар менән аралашты, авария хәлендәге спортзалға ла инеп сыҡты. Балалар ҡулайлаштырылған бүлмәләрҙә шөғөлләнергә мәжбүр, ҡышҡыһын залдағы температура минусҡа тиклем түбәнәйә.
Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов белдереүенсә, яңы мәктәп бинаһы проектын эшләү башланған. Төҙөлөшкә 150 млн һум талап ителә. Радий Хәбиров, үҙ сиратында, проект эштәрен тамамларға һәм 2022 йылда 20 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы менән 60 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшөн башларға ҡушты.
«2023 йылдың 1 сентябрендә Нәби ауылындағы яңы мәктәп үҙ ишектәрен асырға тейеш», — тине Башҡортостан Башлығы.
Автор:Азат Ғиззәтуллин