05:38 (UTC+5), 14 Октября 2021

Өфөлә йәшәүселәр йылытыуға бәйле ялыуҙар һәм һорауҙар менән 12 меңдән ашыу шылтыратыу яһаған

IMPORT Сервисный
Дүртенсе аҙна рәттән торлаҡ-коммуналь хужалығының көҙ-ҡыш миҙгелендә эшләү һорауҙары буйынса төҙөлгән оператив штабҡа ҡараған “Йылы Өфө” колл-үҙәге эшләй.
Мөрәжәғәт итеүселәрҙең һаны күбәйеүе сәбәпле, 2 октябрҙән алып шылтыратыуҙар үҙәге штаты 49 кешегә арттырылған, улар сменалап эшләй. Үткән аҙнала ғына бында 3 418 ғариза ҡабул ителгән. Үҙәк эш башлағандан алып, йылылыҡ биреү, системанан һауа сығарыу,үтә ныҡ йылытыу, йылылыҡ менән тәьмин итеүгә аҡса иҫәпләү, йылылыҡ системаһынан һыу ағыу буйынса 12 меңдән ашыу кеше шылтыратҡан.
Ҡайһы берендә кешеләр консультация һорап мөрәжәғәт итә. Был осраҡта колл-үҙәк хеҙмәткәрҙәре район хакимиәттәре, ресурстар менән тәьмин итеүсе һәм идарасы ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Әгәр ҙә идарасы компанияның хеҙмәткәре урынға сығыу талап ителһә, ғариза район хакимиәте штабына башҡарылыу өсөн ебәрелә. Дөйөм алғанда мөрәжәғәттәрҙең 12 проценты тирәһен шылтыратыу үҙәгендә эшләүселәр «бер ҡағылыу» принцибы менән хәл итә.
Ҡулланыусыларға йылылыҡ ебәреү өҙөклөктәре сәбәптәрен асыҡлау өсөн 12 сәғәтлек регламент ваҡыты ҡуйылған. Әлеге ваҡытта кешеләрҙең ғаризалары үҙ ваҡытында башҡарыла.
4 октябрҙән алып йылылыҡ ебәреү буйынса шылтыратыуҙарҙың кәмеүе күҙәтелә. Был осраҡта тәү сиратта идарасы компанияларҙың берҙәм эшләүе һөҙөмтәһе күренә. Һауа температураһының бер аҙ күтәрелеүе лә йоғонто яһай.
Түләү документтарын ебәреү ваҡыты башланғандан алып йылылыҡ өсөн аҡса һанау буйынса һорауҙар күбәйгән. Улар ресурстар менән тәьмин итеүсе компаниялар менән берлектә хәл ителә. Үткән аҙнала ғына был юҫыҡта 192 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика