09:57 (UTC+5), 14 Октября 2021

Башҡортостанда 75 ғаилә ауыл биләмәләрен үҫтереү программаһы аша торлаҡ шарттарын яҡшыртасаҡ

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Республиканың «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» (КРСТ) дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуы 75 ғаиләгә торлаҡтарын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
«Дәүләт программаһының ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереүҙәге роле баһалап бөткөһөҙ. Муниципалитеттар программала ҡатнашҡас, ауылдар күҙгә күренеп күркәмләнә. 2021 йылда төбәктә дәүләт программаһының 9 йүнәлешендә сараларҙы тормошҡа ашырыу ҡаралған, – тине БР вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. — Финанслау күләме 1,5 млрд һум тәшкил иткән 80 объект төҙөү күҙаллана».
Ул быйыл 48 ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн субсидиялар алыуы тураһында хәбәр итте. Бынан тыш, тағы 27 ғаиләгә ҡуртым килешеүе аша бирелеүгә төҙөлгән йорттарҙа фатир бүленәсәк. Шулай итеп дәүләт программаһы Башҡортостандың 75 ғаиләһенә яңы йорт туйларға мөмкинлек бирәсәк.
Бынан тыш, дәүләт программаһы аша 17 районда ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн 35 проект тормошҡа ашырылған, 26 км газ үткәргесе, 44 км һыу үткәргесе ҡоролған. Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү проекттары буйынса Әлшәй районының Раевка ауылында 375 урынлыҡ мәктәп, Борай районының Борай ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә башлаған. Быға өҫтәп, Благовар һәм Борай райондарында дүрт комплекслы торлаҡ төҙөлөшө алып барыла тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика