04:01 (UTC+5), 13 Октября 2021

БР Башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы указға сираттағы өҫтәмәләр индерҙе

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға сираттағы өҫтәмәләрҙе раҫланы. Уға ярашлы, 65 йәштән өлкәндәргә һәм хроник сирҙәргә дусар булыусыларға 13 октябрҙән алып мәжбүри үҙҡурсалау режимы индерелә.
Был граждандар аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алыу, медицина учреждениеларына мөрәжәғәт итеү (быға COVID-2019-ға ҡаршы вакцина үтеү ҙә инә), банктарға, элемтә салондарына, баҡсасылыҡ ширҡәттәренә, дачаларға, ҡала ситендәге йорттарға һәм зыяраттарға барыу өсөн иртәнге сәғәт 11-ҙән төшкө сәғәт 1-гә тиклем ваҡыт менән файҙалана ала.
COVID-2019-ға ҡаршы вакцина ҡаҙатыу тураһында “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша алынған электрон йәки ҡағыҙ сертификат, алты ай дауамында коронавирус менән сирләү тураһында белешмәһе булыусыларға был сикләүҙәр ҡағылмай. Үҙҡурсалау режимы эш урынында мотлаҡ булыу талап ителгән һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә, власть органдарында эшләүселәргә, етәкселәргә ҡағылмай. Уларҙа үҙҙәре менән паспорттары һәм указға өҫтәмәләге форма буйынса белешмәһе булырға тейеш. Эш биреүселәр 13 октябрҙән алып 65 йәштән өлкән һәм хроник сирҙәре булған хеҙмәткәрҙәрҙе ситтән тороп эшләүгә күсерергә тәҡдим ителә.
Муниципалитеттар үҙҡурсалау режимында булыусыларға, инвалидтарға, һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, яңғыҙ йәшәүселәргә ярҙам итә торған ирекмәндәр төркөмдәре булдырырға һәм эшмәкәрлеген тәьмин итергә тейеш. Уларҙың эше Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы булдырған Координациялау үҙәге менән йәнәшә барырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика