10:51 (UTC+5), 13 Октябрь 2021

Башҡортостан фермерҙары йыл башынан донъяның 19 иленә иген оҙатҡан

IMPORT Сервисный
Республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре 2021 йылдың туғыҙ айында иген һәм уны эшкәртеү продукттарын 19 илгә экспортлаған.
Россельхознадзорҙың БР буйынса идаралығы белгестәре ситкә оҙатыласаҡ 125,43 мең тонна иген һәм уның продукттарын тикшергән.
Башҡортостан игене Бельгия, Венгрия, Германия, Дания, Нидерландтар, Норвегия, Польша, Латвия, Литва, Ҡытай, Монголия, Төркиә илдәренә, элекке союз республикалары Әзербайджанға, Әрмәнстанға, Беларусь Республикаһына, Грузияға, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға, Үзбәкстанға оҙатылған. Йәмғеһе 75,96 мең тонна иген культуралары ситкә ебәрелгән. Был күләмгә 46,52 мең тоннанан ашыу арпа, 15,09 мең тонна бойҙай, 8,92 мең тонна етен, 2,47 мең тонна арыш, 750 тонна ҡарабойҙай, 260 тонна гәрсис тура килә.
Йөк партияларынан һайлап алынған пробалар тикшереү үткән, карантинға тура килгән үҫемлекселек продукцияһы импортлаусы илдәрҙә ғәмәлдә булған талаптарға кәрәкле фитосанитар документтар алған.
Россельхознадзорҙың БР буйынса идаралығы 2277 экспорт фитосанитар сертификаты биргән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика