14:20 (UTC+5), 07 Октябрь 2021

Радий Хәбиров X Петербург халыҡ-ара газ форумы эшендә ҡатнаша

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров X Петербург халыҡ-ара газ форумы эшендә ҡатнаша. Ул форумда ойошторолған күргәҙмәне һәм Башҡортостан стендын ҡарап сыҡты. Унда республиканың газ тармағы өлкәһендә махсуслашҡан алты төп предприятиеһы күрһәтелгән.
Улар — Октябрьскийҙан «ОЗНА» — нефть сервисы буйынса төп компания; газ станциялары өсөн уникаль ҡулайламалар сығарған һәм импортты алмаштырыу буйынса проектты тормошҡа ашырған Өфө компрессор заводы (элек башлыса Италия компрессорҙары файҙалынылды); нефть-газ тармағы өсөн яңы ҡорамал эшләгән Өфө дәүләт нефть техник университетының Инжиниринг үҙәге; Көнсығыш арматура компанияһы, Салауат химия заводы; төп газ компаниялары.
Быйыл республика етәксеһенең ҡарары буйынса предприятиеларға ошондай ҙур майҙансыҡта бушлай үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеге бирелде, был, һис шикһеҙ, компанияларҙың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итергә тейеш. Стенд газ ҡыуыу агрегаты — АЛ-41СТ двигателе рәүешендә эшләнгән.
«Беҙҙең стенд газ тармағының киләсәген күрһәтә. Хәҙер Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе үткән быуындың хәрби двигателе нигеҙендә АЛ-31СТ — газ ҡыуыу агрегатын эшләй. Ул «Силы Сибири» проектында ҡулланыла», — тип һөйләне Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
Башҡортостан Башлығы бөгөн газ форумында бик күп осрашыуҙар һәм эшлекле һөйләшеүҙәр буласағын билдәләне.
«Газпром» вәкилдәре менән 2025 йылға тиклем газ үткәреү программаһын һәм президент ҡушыуы буйынса әлеге ваҡытта илебеҙҙә бойомға ашырылған ер участкаларына хәтлем бушлай газ үткәргес һуҙыу программаһын тикшерербеҙ. Республикала газ үткәреү кимәлен шәхси йорттар өсөн 84 проценттан 93 процентҡа тиклем күтәрербеҙ. Бөгөн беҙҙең автотранспорт өсөн газ яғыулығы буйынса осрашыу ҙа була», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика