09:22 (UTC+5), 06 Октября 2021

Республикала подъездарҙы ремонтлау тамамланды

Галина Бахшиева
Башҡортостанда быйыл планға ярашлы ремонтланырға тейешле бөтә подъездар ремонтланды, тип хәбәр иттеләр Төбәк операторының матбуғат хеҙмәтенән.
Быйыл подъездарҙы комплекслы ремонтлау өсөн 222 миллион һум бүленде. Республиканың өс муниципалитетында урынлашҡан 113 күп фатирлы йортта 308 подъезд тәртипкә килтерелде.
«Ошо подъездарҙа эштәр тулыһынса тамамланды, — тип белдерҙеләр «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт эшләү төбәк операторы» фондында. — Өфөлә — 95 йортта 260 подъезд, Баймаҡ районында — 11 йортта 33 подъезд, Бәләбәй районы Приют ҡасабаһында алты йортта 13 подъезд ремонтланған».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күп фатирлы йорттарҙың подъездарын комплекслы ремонтлау программаһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тормошҡа ашырылды.
2019 һәм 2020 йылдарҙа 2,084 миллиард һумға 2069 күп фатирлы йортта 6181 подъезд тәртипкә килтерелде.
Ремонт эштәре барышында бюджет аҡсаһын экономиялау Ағиҙел ҡалаһында өс йортта алты подъезды ремонтларға мөмкинлек бирҙе. Шуға күрә 308 подъезд урынына 312 подъезд комплекслы ремонтлана. Ошо «өҫтәмә» подъездарҙа ремонтты 1 ноябргә тиклем тамамлау планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика