10:42 (UTC+5), 06 Октября 2021

НЕФАЗ маркалы 60 яңы автобус Өфө маршруттарына сыҡты

Валерий Шахов
Азат Ғиззәтуллин
Бөгөн «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының транспорт предприятиелары директорҙарына НЕФАЗ маркалы 60 автобус асҡысы тапшырҙы.
Автобус водителдәренә мөрәжәғәт итеп, Радий Хәбиров бының Республика көнө уңайынан баш ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына шәп бүләк булыуын билдәләне.
«Өфөлә пассажирҙар ташыу һәм автобустар камил булһын өсөн тырышабыҙ. Күп ҡатмарлыҡтар һәм ҡаршылыҡтар ҙа бар, әлбиттә, ләкин беҙ быларҙың барыһын да еңәбеҙ. «Башавтотранс»ты нығытыу, уның хеҙмәткәрҙәренә ятаҡ төҙөү ниәте бар. Һәр ваҡыт предприятие етәкселегенән эш хаҡын да арттырыуҙы һорайым. Имен-һау эшләүегеҙҙе, пассажирҙарҙан яҡшы һүҙҙәр ишетеүегеҙҙе теләйем. Ғаиләләрегеҙгә изгелек һәм именлек. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт», — тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров бөгөн үк 57-се маршрутҡа сығырға тейешле автобусты ҡараны. Ул, башҡа машиналар кеүек үк, пассажирҙарға мәғлүмәт еткереүҙең электрон системаһы, ГЛОНАСС, водителдең эшен контролдә тотоу өсөн тахограф менән йыһазландырылған.
«Башавтотранс» предприятиеһының генераль директоры Надир Самиев һөйләүенсә, уларҙың заказы буйынса завод ҡышҡы шарттарҙа салонды йылытыу өсөн өҫтәмә мейестәр ҡуйған.
Башҡортостан Башлығы автобустарҙа битлек режимын үтәүҙең мөһимлеген билдәләне, водителдәрҙән һәм кондукторҙарҙан пассажирҙарға ошо хаҡта даими иҫкәртеп тороуҙарын һораны.
2021 йылда «Башавтотранс» предприятиеһы республика бюджеты аҡсаһы иҫәбенә 2,1 миллиард һумға 220 автобус һатып алды. Бөгөнгә 120 Вектор Next, 60 НЕФАЗ предприятие балансына күсерелде.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика