07:52 (UTC+5), 05 Октября 2021

Республикала уртаса эш хаҡы аталды

Валерий Шахов
Галина Бахшиева
2021 йылдың ғинуар-июлендә Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 40 294 һум тәшкил иткән. Был 2020 йылдың ғинуар-июленә ҡарағанда 8,1 процентҡа күберәк. Реаль иҫәпләнгән хеҙмәт хаҡы 2,2 процентҡа артҡан, тип хәбәр итте республика статистиктары.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, быйыл июлдә уртаса эш хаҡы 40 641 һумдан ашып киткән.
Ғәҙәттәгесә, иң юғары хеҙмәт хаҡын кокс һәм нефть продукттары етештереү менән мәшғүлдәр ала. 2021 йылдың ете айында — 81 106 һум тирәһе. Был уҙған йылдың ғинуар-июленә ҡарағанда 1,4 процентҡа күберәк.
Шартлы икенсе урында — химик матдәләр һәм химия продукттары производствоһы эшселәре. Ошо өлкәлә уртаса хеҙмәт хаҡы 60 427 һум тәшкил иткән (үҫеш 10,2 процент).
Фәнни һәм техник эшмәкәрлек менән шөғөлләнгәндәр өсөнсө урынды биләй. Уртаса алғанда, 57 867 һум (үҫеш 8,4 процент).
Башҡортостанда иң түбән эш хаҡы — мебель эшләү өлкәһендә. Быйыл ете айҙа — уртаса 15 319 һум. 2020 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, улар 17,9 процентҡа күберәк ала башлаған, тип йомғаҡ яһаны статистиктар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика