12:10 (UTC+5), 04 Октября 2021

Башҡортостанда май бирә торған үҫемлектәрҙе йыйыу 80 процентҡа тамамланды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева
Башҡортостан аграрийҙары май бирә торған үҫемлектәр сәселгән майҙандың 80 проценттан ашыуын йыйып алған, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Бөгөнгә республикала май бирә торған үҫемлектәрҙең уңышы 311 мең тоннанан ашыу тәшкил итә.
«Май бирә торған үҫемлектәр структураһында көнбағыш төп урынды биләй. Уның уңышы – гектарынан 12,1 центнер. Башҡортостанда бөтәһе 248 мең тонна көнбағыш йыйылған», — тип хәбәр иттеләр аграр ведомствонан.
Дүрт районда ошо культураны йыйыу тамамланған да инде. Көнбағыштың тулайым йыйымы буйынса Көйөргәҙе һәм Стәрлетамаҡ райондары алдынғылыҡты бирмәй — 19,5 мең тонна. Артабан Дәүләкән һәм Мәләүез райондары килә — 18,3 һәм 18,1 мең тонна.
Көнбағыштың уңышы буйынса Архангел, Дүртөйлө һәм Ҡырмыҫҡалы райондары алда бара. Ошо муниципалитеттарҙың аграрийҙары һәр гектарҙан 22,8-23,5 центнер уңыш йыя.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика