12:36 (UTC+5), 28 Сентября 2021

Башҡортостанда Ленинградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан 105 кешегә 50 мең һум аҡса бирелә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Галина Бахшиева
Башҡортостанда Ленинградты һаҡлауҙа һәм блокаданан азат итеүҙә ҡатнашҡан 105 кешегә 50 мең һум күләмендә аҡса бирелә. Рәсәй Президенты Владимир Путин «Йәшәү юлы» асылыуға 80 йыл тулыуға бәйле «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы йәки «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнгән Рәсәй граждандарына бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында» указға ҡул ҡуйҙы.
«Рәсәй Федерацияһында, Латвия Республикаһында, Литва Республикаһында, Эстон Республикаһында, Абхазия, Көньяҡ Осетия һәм Приднестровье биләмәләрендә даими йәшәгән һәм «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы йәки «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнгән Рәсәй граждандарына 2021 йылда 50 000 аҡса түләргә», — тиелә Кремль сайтында баҫылған рәсми хәбәрҙә.
Указға ярашлы, уларҙың һәр береһенә 50 мең һум түләнергә тейеш. Башҡортостанда улар 105 кеше иҫәпләнә.
Әйтәйек, Башҡортостан буйынса Пенсия фонды бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, республикала «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнгән 103 кеше йәшәй. Икәүһенең «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙә Владимир Путиндың башланғысы менән бөтә пенсионерҙар — 10 мең һум, шулай уҡ хәрбиҙәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре 15 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡса алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика