07:35 (UTC+5), 16 Сентября 2021

Радий Хәбиров: Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын, вәғәҙәләгәнсә, ваҡытынан алда файҙаланыуға тапшырырбыҙ

Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнән Көнсығыш сығыу юлынан федераль әһәмиәттәге М-5 «Урал» трассаһына автомобиль юлын һалыу барышы менән танышты. «Башҡортостан концессия компанияһы» йәмғиәтенең генераль директоры Асабали Закавов һүҙҙәренсә, Федоровка — Шакша юлы киҫелешендә автомобиль юл үткәргесен һәм «Көнсығыш сығыу юлын» төҙөү барышында дөйөм ҡулланылыштағы ваҡытлыса урау юл һалыу тамамланды.
Федоровка-Шакша юл үткәргесе — Көнсығыш сығыу юлы проекты составында иң ҙуры. Төҙөлөш тамамланғас, Федоровка — Шакша автомобиль юлы Көнсығыш сығыу юлы өҫтөнән дүрт һыҙатлы күпер булып үтергә тейеш.
Радий Хәбиров Өфө йылғаһы аша күпер төҙөү барышын да ҡараны. «Лимакмаращавтодороги» йәмғиәтенең баш инженеры Алексей Хавилов әйтеүенсә, «Көнсығыш сығыу юлы» проектында күпер үткәүеле әҙерлеге 25% тәшкил итә. Эштәр графикка ярашлы бара.
«Оҙаҡҡа һуҙылған Көнсығыш сығыу юлы... хәҙер ул әүҙем фазала, башҡарылған эштәрҙең күләме 30 проценттан ашыу инде. Төҙөүселәр 66 эстакада терәүенең 38-ен ҡуйған, 110 күпер бағанаһын һалған.
Төҙөлөштөң күләме хайран ҡалдыра, бында бер үк ваҡытта 2400 кеше, 170 берәмек теника эшләй. Күпер үткәүеле өсөн 5 900 тонна металл объектҡа килтерелгән. Йыл аҙағына 40 процент әҙерлеккә сығырға йыйынабыҙ, был башта раҫланған графиктан күпкә алдараҡ. Тулыһынса Көнсығыш юлын, вәғәҙә иткәнсә, алдараҡ, 2023 йылдың аҙағына файҙаланыуға тапшырырбыҙ», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
1 из 24
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика