09:35 (UTC+5), 13 Сентябрь 2021

Өфөлә йылытыу миҙгелендә халыҡ менән эшләү штабы булдырыла

Валерий Шахов
Галина Бахшиева
Өфөлә йылытыуға, ҡар көрәүгә бәйле һәм башҡа мәсьәләләрҙе контролдә тотоу буйынса йылытыу миҙгелендә эшләү штабы булдырыла.
Бер аҙна элек Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мэрияға ошондай штаб булдырыу бурысын йөкмәтте.
«Штабтың төп бурысы – халыҡтың йылытыу, ҡарҙан таҙартыу һәм башҡа коммуналь проблемалар буйынса мөрәжәғәттәренә тиҙ арала яуап биреү. Социаль көсөргәнешлек тыуҙырмаҫ өсөн ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү», — тип белдерҙе Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ғәйфуллин Башҡортостан хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Уның һүҙҙәренсә, штабҡа халыҡтың мөрәжәғәттәре дүрт бәйләнеш каналы буйынса ебәрелә. Йылытыу миҙгелендә эшләү буйынса штабҡа ғариза биреү өсөн Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығындағы Берҙәм колл-үҙәккә шылтыратырға (277-09-11), Берҙәм иҫәп-касса үҙәге һәм ресурстар менән тәьмин итеү ойошмалары офистарына мөрәжәғәт итергә йәки мэрия сайтында ҡушымтанан һәм телеграмм-боттан файҙаланырға мөмкин.
Башланғыс этапта колл-үҙәктә 12 операторҙың эшләүе планлаштырыла.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров фекеренсә, Өфө хакимиәте лә халыҡ ярҙам һорап мөрәжәғәт итһен өсөн ҡала үҙәгендә бина бүлергә тейеш.
«Һеҙҙең бурыс – беҙҙе күрә алмай башлағансы проблеманы хәл итеү. Был – муниципаль бурыс», — тине Башҡортостан Башлығы, Өфө мэры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Марат Ғәйфуллиндың докладын тыңлап бөткәс.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика