04:43 (UTC+5), 09 Сентября 2021

Урал аръяғының ҡоролоҡтан зыян күргән райондарына ярҙам итеү өсөн 75 миллион һум йүнәлтелә

Валерий Шахов
Азат Ғиззәтуллин
Беҙ ауыл хужалығы министры менән ҡоролоҡтан ныҡ зыян күргән Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура һәм Йылайыр райондарына ярҙам итеү өсөн ҡарарҙар ҡабул иттек, тине Башҡортостан Башлығы тура бәйләнеш барышында.
«Халыҡ һәм фермерҙар малдарҙы һуя башлар, шуға уларҙың һаны кәмер тип хәүефләнәбеҙ. Уларҙы һатып алып, ҙур хужалыҡтарға ла тапшырырға әҙербеҙ. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға һатып алынған мал аҙыҡтарына сығымдарҙың 50 процентын бюджеттан субсидияларбыҙ. Шулай уҡ орлоҡ һатып алыуға тотонолған аҡсаның яртыһын субсидиялайбыҙ. Хәйбулла районы башлығы әйтеүенсә, быйыл йыйылған ашлыҡ орлоҡҡа ла етмәй. Ошо дүрт райондың аграрийҙарына булышлыҡ итеү маҡсатында республика ҡаҙнаһынан 75 миллион һум бүләбеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Уның фекеренсә, бөгөн фермерҙар яңы ауыл хужалығын техникаһын әүҙемерәк һатып алырға тейеш.
«Хөкүмәттең ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға ауыл халҡы алдында уҙған йыл өсөн 400 миллион һум күләмендә бурысы йыйылды, беҙ мотлаҡ иҫәпләшербеҙ. Ошо ыңғай динамиканы туҡтатмаҫҡа һәм артабан барырға кәрәк, өҫтәүенә фермерҙарға һәйбәт шарттар тәҡдим ителә. Зинһар, техника һатып алығыҙ, уны яңыртығыҙ. Өс йылда бик күп ауыл хужалығы техникаһы һатып алдыҡ. Республикаға етәкселек итә башлағас, миңә шунда уҡ ҡоролоҡло 2010 йыл тураһында әйттеләр. Бөтәһенең дә үҙенең 2010-ы булырға тейештер, күрәһең, хәйер, быйылғыһы ҡатмарлыраҡ та булды», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостанда 2021 йылдың һигеҙ айында 2293 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алынды. Аграрийҙар технопаркты яңыртыуға 8 миллиард һумдан ашыу тотондо, был уҙған йылдың ошо уҡ осоронан 900 миллион һумға күберәк.
Ғинуарҙан авгусҡа тиклем республика аграрийҙары 356 трактор, 172 иген йыйыу комбайны һәм 25 мал аҙығы йыйыу комбайны, 600-ҙән ашыу сәсеү һәм тупраҡ эшкәртеү машинаһы һатып алды.
2020 йылда Башҡортостанда ауыл хужалығы паркы тәүге тапҡыр 10 миллиард һумдан ашыу суммаға яңыртылды.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика