05:52 (UTC+5), 08 Сентября 2021

Дәүләт милкенә идара итеү агентлығы Башҡортостан сода компанияһының 38,3% акцияһын республикаға тапшырҙы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Дәүләт милкенә идара итеү агентлығы «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәтенең устав капиталынан 38,3% күләмендәге акциялар пакетын Башҡортостан Республикаһына тапшырыу процедураһын тамамланы. Был хаҡта федераль агентлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Пакетты тапшырғандан һуң Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан сода компанияһының устав капиталындағы өлөшө 951 494 акция — 57,43% тәшкил итте. Шулай уҡ, дәүләт башлығы бойороғона ярашлы, республикаға ышаныслы идара итеү өсөн 11,7% плюс бер акция бирелә. Һөҙөмтәлә Башҡортостан хөкүмәте Башҡортостан сода компанияһының контроль пакетына эйә була.
Уҙған йылдың йәйендә Ҡуштауҙа булған ваҡиғаларҙан һуң Владимир Путин хоҡуҡ һаҡлау органдарына Башҡортостан сода компанияһы активтарын хосусилаштырыуҙың законлылығын тикшерергә ҡушты. Генпрокуратура намыҫһыҙ килешеү билдәләрен асыҡланы. 2020 йылдың декабрендә арбитраж компанияны хосусилаштырыуҙы туҡтатты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика