12:31 (UTC+5), 07 Сентябрь 2021

Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы буйынса 500-әр мең һум субсидия бирелә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында ауыл еренә эшкә ҡайтҡан мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә компенсация түләү саралары хупланды.
«Майҙа «АРТ-Ҡоролтай» мәҙәни форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһының башланыуын иғлан итте. Бындай программа федераль кимәлдә әҙерләнә генә, Рәсәй төбәктәрендә уның аналогтары юҡ. Шуға күрә кадрҙарҙы ауылға йәлеп итеү өсөн ауыл еренә эшкә ҡайтҡан хеҙмәткәрҙәргә компенсация түләү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәрҙе ауылға әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк», — тип билдәләне хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һүҙҙәренсә, мәҙәниәт өлкәһендә белгестәргә ихтыяж — 360 кешенән ашыу. Тәү сиратта ауыл клубтарында һәм балалар сәнғәт мәктәптәрендә кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелә. Тармаҡта эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙәрҙең өстән бер өлөшө — пенсия йәшендә.
«Муниципаль мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы саралары 2021 йылда һәр кемгә торлаҡ йәки ер участкаһы һатып алыу өсөн 500 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған компенсация рәүешендә субсидия биреүҙе күҙ уңында тота, – тине министр. – Ярҙам мәҙәниәт өлкәһендә һөнәри белемгә эйә булған 35 йәшкә тиклемге белгестәргә күрһәтелә. Улар — 2018 йылдан ауылға йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаға эшкә килгән мәҙәни-ял учреждениелары, китапханалар, музейҙар, мәҙәниәт өлкәһендә өҫтәмә белем биргән уҡытыусылар».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика