13:02 (UTC+5), 03 Сентябрь 2021

«Урал аръяғы-2021» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының программаһы билдәле булды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
10 һәм 11 сентябрҙә Сибайҙа «Урал аръяғы-2021» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙғарыла.
Сараны ойоштороусылар – Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.
Инвестһабантуйҙа Global Management Challenge стратегия һәм бизнесҡа идара итеү буйынса халыҡ-ара чемпионаттың төбәк этабы финалы була.
Беренсе көндө дүрт стратегик сессия планлаштырыла. Ҡатнашыусылар һаҡсыл етештереү технологияларын, сәнәғәт биләмәләрен рекультивациялау мәсьәләләрен, шулай уҡ Рәсәй урман комплексының киләсәген, агросәнәғәт комплексы һәм ритейлдың үҙ-ара эш итеүенең яңы формаларын тикшерә.
Ошо уҡ көндө юниор бизнесы тураһында фекер алышыу күҙаллана. Инвестиция комитеты ултырышында инвесторҙарға ярҙам итеүҙең яңы инструменттары һәм дәүләт-шәхси партнерлыҡ тикшерелә.
Икенсе көндө «ВЭБ.РФ» дәүләт үҫеш корпорацияһы айырым теркәү буйынса «Атла Сибай» секцияһына саҡыра.
Һабантуй майҙансыҡтарының береһендә экспортты һанлаштырыуҙы тикшерергә мөмкин, шулай уҡ «Рюкзак аҫтында» туристик проектын үткәреү планлаштырыла.
Башҡортостан Республикаһының Стратегик эшләнмәләр үҙәге «Инновацион фәнни-технологик үҙәк – Башҡортостанда юғары технологиялы иҡтисадты үҫтереү драйверы» темаһына фекер алышырға саҡыра.
«Дәүләт сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәле механизмы булараҡ ФРП» түңәрәк өҫтәле була, ҡатнашыусылар маркетплейстарҙа эшләүҙе һәм Рәсәй төбәктәренең пандемиянан һуңғы имиджын тикшерә.
Эшлекле программанан тыш, һабантуй ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары өсөн «Ҡымыҙфест» һәм Башҡортостандың милли аш-һыуы фестивалдәрен ойоштороу планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика