04:46 (UTC+5), 31 Августа 2021

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы 40 мең һумға еткән — Радий Хәбиров

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
2021 йылдың ғинуар-июнь айҙарында Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы артып, 40 236 һум тәшкил иткән. Был хаҡта республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе.
«Тәүге тапҡыр уртаса хеҙмәт хаҡы 40 мең һумдан артты. Ошо мөһим күрһәткескә етдиерәк ҡарарға кәрәк. Был бик юғары эш хаҡы түгел, беҙҙә ошо сумманан аҙыраҡ алған кешеләр байтаҡ. Башҡараһы эштәр күп әле. Беҙҙә инвестиция һала башлаған коллегаларыбыҙ менән эш хаҡы кимәле тураһында пункт индереү хаҡында уйлашырға кәрәк. Эшһеҙлек кимәленең кәмей барыуын да әйткем килә. Йылды яҡшы тамамларбыҙ тип ышанам», — тине Радий Хәбиров.
Ярты йылдаа уртаса хеҙмәт хаҡы номиналь сағылышта — 8,4%, реаль сағылышта 2,7% артып, 40 236,1 һумға еткән. Ағымдағы йылдың 24 авгусына рәсми теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,88% тәшкил иткән. Радий Хәбиров 2021 йылдың ғинуар-июлендә сәнәғәт етештереүе индексының да артыуын хәбәр итте. Уҙған йылдың ғинуар-июль айҙарына ҡарата 3,5% күберәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика