05:01 (UTC+5), 27 Август 2021

Башҡортостанда пилотһыҙ авиация кластеры төҙөлә

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Азат Ғиззәтуллин
Кисә «Инвестиция сәғәте» барышында Башҡортостандың пилотһыҙ авиация кластерын төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Кластерҙың төп предприятиеһы булып «Геоскан» компаниялар төркөмө сығыш яһай.
«Геоскан» дан тыш, яңы кластерҙа пилотһыҙ дрон-такси етештергән «Ховер», ауыр пилотһыҙ осоу аппараты һәм агродрон сығарған «Аэроглоуб» компаниялары, Жуковский исемендәге Милли тикшеренеү үҙәге һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты эшләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе Радий Хәбиров Ростех дәүләт корпорацияһы авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Сердюков менән WorldSkills Russia-2021 милли чемпионатының финалында – «Йәш һөнәрмәндәр паркы»нда булды һәм кластерҙа ҡатнашыусыларҙың береһе – «Геоскан» компанияһының стендын ҡараны. 2021 йылда компания Башҡортостанда пилотһыҙ вертолёт һәм аэротакси сығарыуға йүнәлтелгән производство асты.
«Был Башҡортостан өсөн бығаса күҙәтелмәгән һәм бик ҡыҙыҡлы проект, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ кластер ысулы нигеҙендә берлектәге тырышлыҡ менән генә хәл итеү мөмкин булған ҙур бурыс ҡуйҙыҡ».
Беренсе этапта проект 250 миллион һум күләмендәге шәхси инвестицияларҙы файҙаланыуҙы күҙ уңында тота. 2021 йылда уның сиктәрендә 20 эш урыны булдырыла.
«Геоскан-Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры Павел Степанов һүҙҙәренсә, йүнәлеште артабан үҫтереү һәм уға төрлө белгестәрҙе йәлеп итеү мөмкинлеге бик киң. Пилотһыҙ осоу аппараттары нефть-газ өлкәһе, энергетика комплексы, кадастр эше, ауыл һәм урман хужалығы өсөн көнүҙәк.
«Ростелеком» компанияһы һәм Күмертау авиация етештереү предприятиеһы ла кластерҙың партнёрҙары була.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика