07:17 (UTC+5), 27 Августа 2021

Башҡортостанда иген майҙандарының 91% һуғылған

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда иген йыйыу тамамлана. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 1,36 миллион гектарҙа сабылған, 1,35 миллион гектарҙа һуғылған. Бөгөнгә 1,83 миллион тонна иген йыйылған — 1,28 миллион тонна яҙғы культура һәм 550 мең тонна ужым ашлығы. Уңыш буйынса Ҡырмыҫҡалы районы алда бара — гектарынан 24,9 центнер. Урып-йыйыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса 2 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйыу планлаштырыла (2020 йылда рекордлы күләмдә — 4 миллион тонна йыйылған).
Май бирә торған үҫемлектәрҙе йыйыуҙың ҡыҙыу мәле. 39 райондың рапс, гәрсис, соя, көнбағыш һәм башҡа культуралар сәселгән баҫыуҙарында эш гөрләй. 40,2 мең гектар — бөтә күләмдең 11 % һуғылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә уңыш буйынса һандар түбән — гектарынан 8,5 центнер.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика