Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.83
0
90.54
0
62.51
+0.52
-10 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Август 2021, 15:23
1

Республикала уҡыусылар һәм студенттар электричкала ярты хаҡҡа йөрөргә мөмкин

Башҡортостанда 1 сентябрҙән уҡыусыларға электричкала йөрөү өсөн 50% ташлама бирелә. Льготанан 7 йәше тулған уҡыусылар һәм юғары уҡыу йорттары, урта махсус уҡыу йорттары, башланғыс һөнәри белем биреү училищеларының көндөҙгө бүлегендә белем алған студенттар файҙаланырға мөмкин.
Тәүгеләре — белешмә, икенселәре студент билетын күрһәтергә тейеш.
Силәбе өлкәһенән үткәндә ошондай уҡ ташлама бирелә, ә Ырымбур биләмәһендә дисконт 25% тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас