13:27 (UTC+5), 23 Август 2021

Республика игенселәре 1,7 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйып алған

Азат Ғиззәтуллин
Тотош республикала ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителә, тейешле документтар әҙер, тип белдерҙе бөгөн Башҡортостан вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Уның һүҙҙәренсә, көндәрҙең аномаль эҫе тороуы сәбәпле, хәл 2010 йылға ҡарағанда мөшкөлөрәк.
Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 616 мең гектар майҙанда 624 хужалыҡ ҡоролоҡтан зыян күргән, шул иҫәптән 332 мең гектар юҡҡа сыҡҡан.
Урып-йыйыу эштәре 16-18 көнгә алдараҡ башланғайны.
«Бөгөнгә республикала 1 миллион 266 гектар майҙанда (82%) бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар һуғылған, 1 миллион 727 мең тонна һуғып алынған, 339 мең гектарҙа ужым ашлығы йыйылған, 548 мең тонна һуғылған, уңыш — гектарынан 16,2 центнер, шул иҫәптән ужым бойҙайы – 168 мең гектар, уртаса уңыш — 17,5 центнер; ужым арышы – 166 мең гектар, уңыш — гектарынан 15 центнер», — тип билдәләне Илшат Фәйзрахманов.
Һигеҙ районда бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар үҫтерелгән майҙандарҙың 90% ашыуы һуғылған, ә Илеш районында яҙғы бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар йыйыу тамамланған. Уңыш йыйыу темптары буйынса Әлшәй (94,5%), Дәүләкән (94,4%), Туймазы (94,2%), Миәкә (94,1%), Борай (93,5%), Стәрлебаш (93,4%), Ҡырмыҫҡалы (90%) райондары алдынғылыҡты бирмәй.
Ҡырмыҫҡалы (25 ц/га), Ауырғазы (24,6ц/га), Саҡмағош (22 ц/га), Стәрлетамаҡ (18,6 ц/га) райондары бөртөклө культураларҙың уңышы буйынса тәүге урынды биләй. Республика агарийҙары аҙна аҙағына тиклем бөртөклөләрҙе йыйыуҙы тамамларға ниәтләй.
Башҡортостан Башлығы ауыл хужалығы эшсәндәренә еңел булмаған шарттарҙа эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаровҡа йыл һуңынаса республиканың агросәнәғәт комплексы алдындағы бөтә бурыстарҙы ҡапларға ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика