12:15 (UTC+5), 19 Августа 2021

Радий Хәбиров: Балалар баҡсалары биләмәләрен төҙөкләндереү менән комплекслы шөғөлләнергә кәрәк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Яңауыл ҡалаһының «Дельфин» 15-се балалар баҡсаһында булғандан һуң республикала балалар баҡсаһы һәм мәктәп биләмәләрен төҙөкләндереү менән комплекслы шөғөлләнергә кәрәклеген белдерҙе.
Яңауылда 360-тан ашыу бала йөрөгән балалар баҡсаһы биләмәһенең торошо яҡшы тип әйтеп булмай. Емерелгән тротуарҙар, күпте күргән верандалар, фасад ауыр тәьҫир ҡалдыра. Балалар баҡсаһы директоры Резеда Тимерғәлина һүҙҙәренсә, былтыр 12 миллион һумға смета әҙерләнгән, унда асфальт япмаһын алмаштырыу, яңы яҡтыртыу ҡорамалдарын ҡуйыу, спорт майҙансығын тәртипкә килтереү, верандаларҙы алмаштырыу ҡаралған. Элегерәк төҙөлгән башҡа балалар баҡсаларының һәм мәктәптәрҙең биләмәләре лә яҡынса ошондай хәлдә.
«Хәҙер беҙҙең ихаталар ошо уҡ балалар баҡсалары биләмәләренә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ күренә. Өҫтәүенә балаларыбыҙҙың хәүефһеҙлеге мәсьәләһе мөһим. Бындай тротуарҙа йығылып, имгәнергә мөмкин. Был проблеманы тотош республика буйынса комплекслы хәл итергә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе алдағы биш йылда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһының Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән башланыуын иҫкә төшөрҙө. Ауыл мәктәптәренә баҫым яһап, йыл һайын 1500 бинаны тәртипкә килтереү күҙаллана. Рәсәйҙә мәктәптәрҙең 72 проценты — ағымдағы, 10 проценты капиталь ремонтҡа мохтаж.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика