08:10 (UTC+5), 17 Августа 2021

Республикаға федераль бюджеттан бушлай дарыуҙар өсөн аҡса йүнәлтелә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанға федераль ҡаҙнанан льготаға эйә булғандар өсөн бушлай дарыуҙарға, медицина изделиеларына һәм дөрөҫ туҡланыу өсөн аҡса йүнәлтелә. Тейешле документ Рәсәй хөкүмәте сайтында баҫылған.
Төбәктәргә ошо маҡсатҡа бөтәһе 1,6 миллиард һум бүленгән. Башҡортостанға иһә 34,1 миллион һум бирелә.
Аҡса льготаға эйә булғандарҙы бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Бындай социаль хеҙмәт инвалидтарға, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, инвалид балаларға, чернобылселәргә күрһәтелә. Һәр кем өсөн дарыуҙар һәм медицина изделиелары шәхсән билдәләнә.
Бынан алда Хөкүмәт льготаһы булғандарға дарыуҙар һәм медицина изделиелары һатып алыу өсөн сумманы индексацияланы. Хәҙер сумма айына бер кешегә – 929,8 һум. Ҡарар өҫтәмә финанслау талап итте.
2021 йылда федераль бюджетта льготаға эйә булғандар өсөн бушлай дарыуҙарға 38,7 миллиард һум ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика