06:16 (UTC+5), 13 Июля 2021

«Янғантау» геопаркында туристар ағымы ике тапҡырға артты

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Проект операторы мәғлүмәттәренә ярашлы, «Янғантау» геопаркында быйыл туристар ағымы 2020 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға артҡан, ял көндәрендә бында биш меңгә яҡын кеше килә. Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов 2022 йылда «Янғантау» геопаркында өс капиталь объекттың файҙаланыуға тапшырылырға тейешлеген әйтте. Улар – «Мәсетле» геология музей комплексы, «Карауанһарай» этнография комплексы, «Салауат ере» тарихи-мәҙәни комплексы. Бюджет төҙөлөшкә 700 миллион һум бүлергә тейеш. Быйыл ҡаҙна 50 миллион һум бүлгән. «Экспертизаларҙың ыңғай һөҙөмтәләрен алырға һәм 2022 йылда тормошҡа ашыра башларға уйлайбыҙ», — тине Рөстәм Моратов.
2021-2025 йылдарҙа «Янғантау» геопаркында шәхси инвестиция проекттары сиктәрендә 18 объект төҙөү планлаштырыла. Уларҙы бойомға ашырыу өсөн яҡынса 435 миллион һум кәрәк. Урынлашыу урындары, юл буйы сервисы һәм дөйөм туҡланыуҙан тыш,һунарсылыҡ һәм бағыр хужалыҡтары, транспорт прокаты, шул иҫәптән ат экипаждары һәм велодилижанстар пункты, күңел асыу паркы, аквапарк, экстремаль туризм үҙәге була.
«Янғантау» — Башҡортостанда беренсе, Рәсәйҙә ЮНЕСКО селтәренә ингән беренсе геопарк, 2017 йылда ойошторолған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика