13:52 (UTC+5), 31 Май 2021

Уҡыусыларға 10 мең һум түләүгә ғаризалар ҡабул итеү июль уртаһында башлана

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Мәктәп йәшендәге балаларға 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсаға ғаризаларҙы июль уртаһында ҡабул итә башлайҙар. Был турала Рәсәҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Баталина хәбәр итте.
«Ғаризаларҙы июль уртаһында ҡабул итергә йыйынабыҙ, ҡарар сығарылғас, аныҡ дата билдәле булыр. Августа (әлегә датаһы билдәһеҙ) аҡса түләү башлана. Ғаризалар 1 ноябргә тиклем ҡабул ителә», — тип уның һүҙҙәрен еткерҙе ТАСС агентлығы.
Бер тапҡыр бирелә торған түләү алыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәренә йәки Күп функциялы үҙәккә, Пенсия фонды бүлексәһенә, социаль яҡлау органдарына бер генә ғариза бирергә кәрәк. Ҡалған эште дәүләт башҡара.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 апрелдә Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләргә ярҙам саралары тураһында иғлан иткәйне. Атап әйткәндә, дәүләт башлығы 1 июлдән тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән һигеҙ йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар өсөн ай һайын уртаса 5 650 һәм түләү индерелеүе тураһында белдерҙе. Бынан тыш, түләүҙәр ауыр матди хәлдә булған йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡағыла. Бындай түләүҙең күләме - айына уртаса 6 350 һум (йөклөлөктөң алтынсы аҙнаһынан һуң). Шулай уҡ мәктәп йәшендәге (беренсе класҡа барыусылар ҙа) балалары булған ғаиләләргә Путин быйыл 10 мең һум аҡса түләргә ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика