12:05 (UTC+5), 27 Май 2021

Республикала аҙыҡ-түлек кәрзине ҡиммәтләнде

Галина Бахшиева
Республикала ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек исемлегендә кишер, кәбеҫтә һәм картуф тәүге урында тора, тип белдерҙеләр Башстатта.
Башҡортостанда хаҡ күбеһенсә кишергә артҡан – 11,6 процентҡа, бер килограмы - 58 һум.
Бер аҙнала яңы өлгөргән кәбеҫтә 7,1 процентҡа – килограмы 28 һумға тиклем ҡиммәтләнгән. Картуф – 4,4 процентҡа. Уның уртаса хаҡы хәҙер 41 һум тора.
Ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек исемлегендә шулай уҡ тоҙ, башлы һуған, шоколадлы кәнфиттәр, алма, карамель, һарыҡ ите, эремсек, сусҡа ите, икмәк, тары ярмаһы, макарон, сыр, йомортҡа, печенье, маргарин, ҡара сәй, айыртылмаған һөт, үҫемлек майы бар.
Республикала бер аҙнала яңы өлгөргән ҡыяр 7,9 процентҡа арзанайған. Бөгөн уның бер килограмының уртаса хаҡы - 111 һум.
Помидорҙың бер килограмы уртаса 127 һумға төшә.
Ярым ыҫланған һәм бешкән-ыҫланған колбаса бер аҙна эсендә уртаса 2,7 процентҡа арзанайған.
Хаҡы төшкән аҙыҡ-түлек исемлегендә: он, балалар туҡланыуы өсөн ҡоро һөт ҡатышмаһы, ит консервалары, ҡарабойҙай, сосиска, сарделька, тауыҡ, дөгө, балалар туҡланыуы өсөн ит консервалары, аҡ май.
Вермишелгә, һыйыр итенә хаҡ үҙгәрмәгән - бер килограмы 67 һум, 375 һәм 342 һум тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика