09:08 (UTC+5), 25 Мая 2021

Башҡортостан Башлығы йыуыу сараларын етештереү һәм яңы газ торбаһы эшенә старт бирҙе

Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
Илдә билдәле экспозицияларҙың береһе – «Газ. Нефть. Технологиялар» халыҡ-ара күргәҙмәһе Башҡортостандың баш ҡалаһында 29-сы тапҡыр үткәрелә һәм бөгөн йәнә тармаҡтың төп компанияларын бергә йыйҙы. Ошо йылдар эсендә күргәҙмә Рәсәй нефть-химия тармағының мөһим ваҡиғалары иҫәбенә инде. Тантана башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров нефть-газ тармағында файҙаланылған яңы техника һәм ҡорамал өлгөләрен ҡарап сыҡты.
Күләмле экспозицияла илдең 31 төбәгенән 260-тан ашыу компания яңы технологиялар, ҡорамалдар, хеҙмәттәр менән таныштыра.
«Нефть-газ тармағы үҫеше мөмкинлектәрен тикшереү өсөн май айында йола буйынса Башҡортостанға йыйылабыҙ. Уҙған ковидлы йылдан һуң был осрашыу айырыуса мөһим, һөйләшәһе һүҙҙәр байтаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: форумда йыл һайын яңы производстволарға старт бирәбеҙ, быйыл да ошо эштән ситтә ҡалмайбыҙ. Бөгөн бында - фәндә тәүге аҙым яһай башлаған студенттар һәм уҡыусылар, уларға дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырырбыҙ», — тине Радий Хәбиров асыу тантанаһында.
Республика етәксеһе Башҡортостан сода компанияһының «Эколь» предприятиеһында кер йыйыу порошоктары һәм башҡа йыуыу саралары етештереү эшенә старт бирҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр октябрь айында Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта эш сәфәре ваҡытында кер йыуыу порошоктарын етештереүҙе тергеҙергә ҡушҡайны. Проект буйынса инвестициялар күләме – 275 миллион һум.
Синтетик йыуыу сараларының проект ҡеүәте – йылына 60 мең тонна. Предприятиела 120-нән ашыу яңы эш урыны булдырылған. Порошоктар «Зифа» һәм «Луч» брендтары аҫтында билдәле.
Радий Хәбиров Ново-Александровка ҡасабаһын Өфөнөң Затон биҫтәһе менән тоташтырған газ торбаһы эшенә лә старт бирҙе. «Газпром» компанияһы 2025 йылға тиклем республикала тағы 164 тораҡ пунктҡа газ үткәрергә йыйына. Бөтәһе 26 меңдән ашыу йорт зәңгәр яғыулыҡлы булырға тейеш.
Радий Хәбиров Рәсәй нефть-газ-химия форумының иң йәш ҡатнашыусыларына – уҡыусыларға, балалар технопарктарында ҡатнашыусыларға – нефть тармағының киләсәгенә дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
1 из 23
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика