

«Физик берәмектәр – газда йөрөгән автомобиль хужалары, газ-мотор яғыулығында эшләгән йөк машиналары булған ойошмалар, шулай уҡ газда йөрөгән автобустар менән даими маршруттарҙа пассажирҙар һәм багаж ташыу менән шөғөлләнгән ойошмалар транспорт һалымы суммаһынан 50% түләй, – тине парламент спикеры Константин Толкачев. – Өҫтөнлөктәр 2021-2023 йылдарға билдәләнә».
«Экологик яғыулыҡҡа күсеү – донъя тенденцияһы, – тип билдәләне Константин Толкачев. – Быны аңлатырға мөмкин: донъяла газ запасы күп, уның хаҡы күпкә түбәнерәк, ә газда эшләгән автомобилдәр бүлеп сығарған зарарлы матдәләр аҙыраҡ. Газ-мотор яғыулығындағы автопарктың өлөшөн арттырыу республикалағы экологик хәлде яҡшыртырға мөмкинлек бирер ине».Закон рәсми баҫылып сыҡҡан көндән көсөнә инә һәм 2021 йылдың 1 ғинуарынан һуң барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә ҡағыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.