

«Газпром» – иң ышаныслы партнерҙарыбыҙҙың береһе. Беҙ 2021-2025 йылдарҙа республикала газ менән тәьмин итеүҙе һәм газ үткәреүҙе үҫтереү программаһына ҡул ҡуйҙыҡ. Компания менән газ-мотор яғыулығы, нефть-газ химияһы өлкәһендә бик күп мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ», — тине Радий Хәбиров.Бөгөн Өфөлә Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһында эшләнгән газтурбиналы двигателдәр менән тәьмин итеү һәм уларҙы ремонтлау производство программаһын ғәмәлгә ашырыуҙа үҙ-ара килешеп эш итеү буйынса «Газпром» менән Ростехтың берлектәге ултырышы үткәрелә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
«Был көндө Башҡортостанда беҙҙең ҡатнашлыҡта «Газпром» менән Ростехтың осрашыуы була. АЛ-31СТ газтурбиналы двигателдәрҙең ышаныслылығын арттырыу эше ике корпорацияны берләштерҙе. Хәҙер беҙ етештереү күләме һәм мөмкинлектәр буйынса һәйбәт траекторияға сығабыҙ. Был ваҡиғаға бик шатбыҙ һәм үҙ-ара эш итеүҙә әүҙем ҡатнашырға әҙербеҙ. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Юрий Борисов менән осрашыуҙа газтурбиналы приводтар сығарыу өсөн яңы етештереү-технология майҙансығын булдырыу хаҡында һөйләштем», — тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров.Осрашыу һуңында Радий Хәбиров Олег Аксютинды Башҡортостан үҫешенә өлөш индергән өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.