07:28 (UTC+5), 08 Апреля 2021

Өфө «Горожанин» маркалы 10 яңы троллейбус алды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
Бөгөн баш ҡала хакимиәте Өфө трамвай-троллейбус заводында сығарылған «Горожанин» маркалы 10 яңы троллейбус алды. Троллейбус водителдәренә асҡыстарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Яңы троллейбус Минск автозаводы менән хеҙмәттәшлектә проектланған, бында уларҙың кузовы файҙаланылған. 2020 йылда «МАЗ» йәмғиәте – «БЕЛАВТОМАЗ» холдингының идарасы компанияһы – предприятиеның стратегик партнеры булды. Быға тиклем «Горожанин» Нефтекама автозаводының НефАЗ-5299 автобусы кузовы нигеҙендә сығарылды. Республика етәксеһе троллейбустың салонын ҡарап сыҡты, водителдәр менән аралашты һәм «Горожанин»ға һәйбәт баһа бирҙе.
Троллейбустың һыйҙырышлығы – 90 кеше (31 ултырғыс). Өфө трамвай-троллейбус заводының генераль директоры Денис Рассадников һүҙҙәренсә, машина Өфө ихтыяжына яраҡлаштырылған.
«Салонды йылытыу өсөн өҫтәмә мейестәр, пассажирҙар өсөн геджеттарҙы зарядлау мөмкинлеге бар. Троллейбустар тәпәш иҙәнле: мөмкинлектәре сикле кешеләргә, коляскалы әсәйҙәргә, велосипедсыларға инеү уңайлы», — тип һөйләне звод директоры «Башинформ» агентлығына.
Өфө трамвай-троллейбус заводы яңы троллейбус менән ике тендер отто: 68 машина Чебоксарға оҙатыла, автоном йөрөшлө 10 машина бөгөндән Өфө маршруттарына сыға.
Яңы «Горожанин»дың преспектикалары яҡшы. Башҡортостанда ғына Өфөләге һәм Стәрлетамаҡтағы электр транспорты паркын яңыртыу өсөн яҡынса 300 троллейбус кәрәк, уларҙың 90% ашыуы иҫкергән. Заводта яңы троллейбустарҙы Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә, хатта экспортҡа ла оҙатырға ниәтләйҙәр.
Киләһе йылда Өфө троллейбусы 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 1962 йылдың 27 ғинуарында Башҡортостандың баш ҡалаһында даими троллейбус бәйләнеше асылған.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика