09:18 (UTC+5), 06 Апреля 2021

Республика ил төбәктәре араһында ярлылыҡ кимәле буйынса 26-сы урынды биләй

Вероника Ниғмәтуллина
Башҡортостан Республикаһы Рәсәй субъекттары араһында ярлылыҡ кимәле буйынса - 26-сы, 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округында Татарстандан (6,9%) һәм Түбәнге Новгород өлкәһенән (9,5%) ҡала өсөнсө урынды биләй. Был турала Башҡортостанстатҡа һылтанма менән республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. 2018 йылда Башҡортостан ошондай рейтингта 25-се урында ине.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, ярлылыҡ кимәле (Башҡортостанда аҡсалата килеме йәшәү минимумынан аҙыраҡ булған халыҡтың өлөшө) 2019 йылда 12,1% — 490,6 мең кеше тәшкил иткән. 2018 йыл менән сағыштырғанда 12% йәки 487,5 мең кеше. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә халыҡтың ярлы өлөшө (килеме йәшәү минимумы дәүмәленән аҙыраҡ) – 12,3% йәки 18,1 миллион кеше. 2018 йылда – 12,6% йәки 18,4 миллион кеше.
2019 йылдың дүртенсе кварталында йәшәү минимумы 9 222 һумға тиң булһа, бөгөн иһә ул 10 015 һум тәшкил итә.
Хеҙмәт министрлығында билдәләүҙәренсә, Башҡортостанда 2024 йылға тиклем килеме йәшәү минимумынан кәмерәк булған халыҡтың өлөшөн кәметеү программаһы раҫланған. Бынан алда «Башинформ» властарҙың яңы эш урындарын булдырыу, бизнесҡа ярҙам күрһәтеү, фермерлыҡты үҫтереү, ғаиләләргә адреслы социаль ярҙам, аҡсалата түләүҙәр һәм башҡа саралар ярҙамында күрһәткестәргә өлгәшергә ниәтләүҙәре тураһында хәбәр иткәйне.
Башҡорстанстат мәғлүмәттәре буйынса, республикала 4,016 миллиондан ашыу кеше йәшәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика