07:35 (UTC+5), 02 Апреля 2021

Иглиндә 104 миллион һумға ветеринария үҙәген төҙөргә йыйыналар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Иглин районы Иглин ауылында 104 миллион һумға ветеринария үҙәген төҙөргә йыйыналар. Был турала Иглин хакимиәтендә уҙған «Инвестиция сәғәте»ндә билдәле булды. Үҙәктә ветклиника, шулай уҡ балалар өсөн уҡыу үҙәге лә була.
«Ветна» йәмғиәте эшҡыуарҙары ветеринария үҙәген район мәҙәниәт йорто янындағы участкала төҙөргә ниәтләй. «Проект өсөн урын район мәҙәниәт йорто, Иглин ауыл советы һәм башҡа бюджет учреждениелары мәнфәғәтендә. Һәр ойошма үҙенекен тәҡдим итә», — тип билдәләнеләр хакимиәттең матбуғат хеҙмәтендә.
Әгәр һайланған участкала урын булмаһа, эшҡыуарҙарға ветеринария үҙәген төҙөү өсөн икенсе вариант тәҡдим итеү ҡарала.
«Ветна» йорт хайуандарын һәм улар өсөн махсус аҙыҡты ваҡлап һатыу менән шөғөлләнә. Картотека. ру мәғлүмәттәре буйынса, бәләкәй предпритие 1992 йылда теркәлгән. Хужаһы – Дамир Вәлишин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика