08:13 (UTC+5), 01 Апреля 2021

Радий Хәбиров: Хәҙер Ҡуштау тураһында мәсьәлә тулыһынса ябылды

Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй 24 телеканалына Рәсәй президенты Владимир Путиндың «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте акцияларының 38,3% Башҡортостан Республикаһы милкенә, шулай уҡ 11,7% плюс бер акцияны ышаныслы идараға тапшырыу тураһында ҡарарына аңлатма бирҙе. Хәҙер Ҡуштауҙы эшкәртеү ихтималлығы тураһында мәсьәлә тулыһынса ябылды, тип белдерҙе ул.
«Хәҙер был мәсьәлә тулыһынса ябылды тип икеләтә әйтә алабыҙ, сөнки Рәсәй президентының бөтә ҡарарҙарын ғәмәлгә ашырғандан һәм документтарҙы рәсмиләштергәндән һуң предприятие менән идара итә башлайбыҙ, — тине республика етәксеһе. — Ләкин ошо ваҡытҡа тиклем үк республика халҡының үтенесе буйынса Ҡуштауға тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын бирергә хәл иткәйнек. Йәғни шихан һаҡлана тигән статус алды. Беҙ өс шихан урынлашҡан бөтә биләмә буйынса ЮНЕСКО геопаркы статусын алыу өсөн досье ебәрҙек. Йәғни беҙ артабан киттек. Ошо шиханға халыҡ-ара статусын бирергә теләйбеҙ. ЮНЕСКО-ла ғаризабыҙҙы ҡарауҙың беренсе этабын уңышлы үттек. Ҡәтғи ҡарар көтәбеҙ. Шуға күрә бөтә көсөбөҙ менән шихандарыбыҙҙы һаҡлап ҡалырбыҙ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика