08:53 (UTC+5), 31 Марта 2021

Башҡортостанда Өфөнән Көнсығыш сығыу юлында тоннель һалынды

Азат Ғиззәтуллин
Көнсығыш сығыу юлы төҙөүселәре тау аҫтынан тоннель һалды һәм иң ҡатмарлы эштәрҙең береһен тамамланы. Тоннелдең оҙонлоғо – 1 276 метр. Максималь тәрәнлеге – 63 метр. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Федераль юл агентлығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Роман Новиков Волга буйы федераль округындағы иң ҙур инфраструктура проекттарының береһен төҙөү урынында булды.
Әлеге ваҡытта бында меңдән ашыу кеше эшләй, 124 берәмек төҙөлөш техникаһы һәм ҡорамал йәлеп ителгән. Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн яңынан башлағандан алып 3,3 миллиард һум үҙләштерелгән.
Роман Новиков һүҙҙәренсә, Өфөнән Көнсығыш юлының әһәмиәте бик ҙур.
«Көнсығыш сығыу юлы ҡала һәм төбәк автомобиль юлдарын бушатырға мөмкинлек бирә, ике федераль трассаны үҙ-ара тоташтыра, ҡала аша йөрөү уңайлығын яҡшырта», — тине Федераль юл агентлығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.
Концессия килешеүен ҡабаттан ҡарау һәм оптималләштереү һөҙөмтәһендә лә Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн яңынан башлап ебәрергә мөмкин булды, тип билдәләне Радий Хәбиров. Концессия договорына өҫтәмә килешеү республика бюджетына йөкләмәне 30 миллиард һумға кәметте.
«Был хәҙер иҡтисади яҡтан да файҙалы проект, партнерҙарыбыҙ ҙа һәйбәт. Бында эш ойошҡанлы бара. Проектты көтәбеҙ, 2024 йылға бында тәүге автомобилдәр йөрөй башларға тейеш», — тине республика етәксеһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Көнсығыш сығыу юлында төҙөлөш эше 2020 йылдың ғинуарында тергеҙелде. Объекттың генераль подрядсыһы – Төркиәнең «Лимакмаращавтодороги» компанияһы».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика