12:01 (UTC+5), 30 Марта 2021

Бүрәт Республикаһы йылҡысылары үҙҙәрендә башҡорт тоҡомло аттар үрсетергә йыйына

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Бүрәт Республикаһының йылҡысы хужалыҡтары етәкселәренән торған делегация Иглин районына, фермер Хәсән Иҙиәтуллинға килде. Уларҙың төп маҡсаты – тәжрибә үҙләштереү һәм башҡорт тоҡомло аттар һатып алыу. Иглин фермеры ҡунаҡтарҙы милли аш-һыу һәм бүләктәр менән ҡаршы алды. Ә уның данлы йылҡы өйөрө теҙелгән көтөүлектә «Бүрәттәр» тигән һүҙҙе уҡырға мөмкин ине.
«Хәҙер беҙ үрсетеү өсөн тап һеҙҙең тоҡомдо ҡарайбыҙ, сөнки уның сыҙамлы, һыуыҡҡа бирешмәүсән, әммә иң мөһиме – уны үрсетеүҙән иҡтисади һөҙөмтәлелек тураһында бик күп ишетеп беләбеҙ, – тип һөйләне «Ульдурга» йылҡы заводы рәйесе Булат Будажанаев.
Башҡортостан йылҡы һаны буйынса Рәсәйҙә алдынғы урындарҙың береһен биләй, бында өйрәнәһе нәмәләр байтаҡ, тип билдәләне ул.
Бүрәт йылҡысылары тәүге этапта 40 баш йылҡы һатып алырға ниәтләй.
Иҙиәтуллин республикала ҙур йылҡы тоҡомсолоҡ хужалыҡтарының береһен етәкләй. Хәсән Иҙиәтуллиндың улы һәм төп ярҙамсыһы Сәғитйән Инстаграмда, шулай уҡ YouTube-каналда аттарҙы үрсетеү тураһында ентекле мәғлүмәттәр бирә. Уларҙың хужалығында саф башҡорт тоҡомло 1000-дән ашыу йылҡы бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика