Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.21
-0.44
91.94
-0.07
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Март 2021, 12:57

Өфөлә сауҙа һәм дөйөм туҡланыу предприятиеларының вакансиялар йәрминкәһе була

1 апрелдә Өфөлә дөйөм туҡланыу, шулай уҡ күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу предприятиеларының вакансиялар йәрминкәһе була, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Тәҡдим ителгән вакансиялар иҫәбендә — администратор, йөк тейәүсе, урам һепереүсе, кассир, менеджер, һауыт-һаба йыуыусы, икмәк бешереүсе, ашнаҡсы, һатыусы, call-үҙәк белгесе, слесарь, штукатур, электрик һәм башҡа эш урындары.
«Йәрминкәгә килгәндәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән компьютер диагностикаһы, һөнәри йүнәлеш, уҡытыу һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса консультациялар бирелә», — тип белдерҙеләр мэрияла.
Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.
Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас