
«Беҙ һеҙҙе йыш ҡына өлгө итеп ҡуябыҙ. Республика – был йүнәлеш буйынса Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә. Башҡортостан Башлығының ошо темаға иғтибар итеүе һәйбәт һөҙөмтә бирә, – тип билдәләне Максим Увайдов. – Ауыл хужалығы тармағындағы малдарҙы иҫәпкә алыуҙың федераль системаһын булдырыу өсөн һеҙҙең тәжрибәне Рәсәй кимәлендә файҙаланырбыҙ».Башҡортостан малдарҙың хәүефле сирҙәренең үҙ биләмәһенә үтеп инеүенә юл ҡуймай, тип билдәләне Максим Увайдов.
«Ошондай баһа өсөн рәхмәт. Ысынлап та, беҙҙә ветеринария хеҙмәте көслө. Беҙ уға әүҙем ярҙам күрһәтәбеҙ – техника һатып алдыҡ, лабораторияны йыһазландырҙыҡ. Был эштең һөҙөмтәһе бар. Картаға күҙ һалһағыҙ, республикабыҙ тирәләй бөтә ерҙә – сусҡаларҙың Африка тағуны, башҡа хәүефле сирҙәр. Әлегә беҙ хәлде һаҡлап ҡалабыҙ. Ҡырағай хайуандарҙың ҡотороу менән ауырыу осраҡтары була, ләкин беҙ шунда уҡ карантин иғлан итәбеҙ, тейешле саралар күрәбеҙ. Быларҙың барыһы ла – беҙҙең ветеринария хеҙмәтенең яҡшы эшләүе һөҙөмтәһе», — тине Радий Хәбиров.Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы агросәнәғәт комплексы өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә лә ҙур иғтибар бүлә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.