11:06 (UTC+5), 23 Март 2021

Радий Хәбиров ауыл хужалығы техникаһы өсөн запас частар етештереү буйынса яңы предприятиеға старт бирҙе

Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 31-се «АгроКомплекс-2021» халыҡ-ара күргәҙмәһен асыу тантанаһында телекүпер режимында яңы производствоға старт бирҙе. «Акрос РБ» компанияһы республикала ауыл хужалығы техникаһы өсөн запас частар һәм агрегаттар сығарыу буйынса яңы етештереү цехын асты.
2020 йылдың 16 апрелендә уҙған «Инвестиция сәғәте»ндә предприятие тәүге тапҡыр республика етәксеһенә ошондай цех булдырыу проектын тәҡдим иткәйне. Башланғыс республика Инвестиция комитетында хуплау тапты.
Майҙаны 1,5 мең квадрат метрлыҡ яңы цех Өфө районында урынлашҡан. Компания тағылмалы ауыл хужалығы техникаһы, деталдәр һәм запас частар етештереү өсөн технологик һәм станоктар ҡорамалы һатып алған, иген йыйыу комбайндары урғыстарын ташыу өсөн арба әҙерләү технологияһын үҙләштерә. Проектҡа инвестициялар күләме – 220 миллион һум. Уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә предприятиела 30 эш урыны булдырылған.
Компания 100 миллион һумдан ашыу суммаға майҙаны 1,7 мең квадрат метрлыҡ ремонтлау-сервис үҙәген төҙөргә, яҡынса 100 миллион һумға техниканы сервис хеҙмәтләндереүе өсөн ҡорамал һатып алырға ниәтләй.
Белешмә:
«Акрос РБ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2013 йылдан эшләй. 2014 йылда «Ростсельмаш» комбайн заводының һәм башҡа ауыл хужалығы техникаһын етештереүселәрҙең рәсми дилеры булды. Предприятие ашлыҡ һәм мал аҙығы йыйыу комбайндары, тупраҡ эшкәртеү һәм сәсеү техникаһы, мал аҙығы әҙерләү өсөн техника менән тәьмин итә, шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһын капиталь ремонтлау һәм яңыртыу хеҙмәттәрен күрһәтә. Ремонтлаусы-хеҙмәтләндереүсе предприятиелар ассоциацияһы составына инә.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика