17:45 (UTC+5), 17 Марта 2021

Республикала 100 мең ғаилә 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға арттырылған пособие алырға мөмкин

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда 100 мең ғаилә 1 апрелдән 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға арттырылған пособие алырға мөмкин. Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, хәҙерге көндә пособиеның база күләме итеп балаға төбәк йәшәү минимумынан 50% тиң сумма ҡабул ителгән. Башҡортостан өсөн был биш мең һумдан саҡ ҡына күберәк.
Артабан пособиеның суммаһы ғаиләнең килеменә бәйле була. Әгәр база пособиеһын түләгәндән һуң ғаиләнең йән башына уртаса килеме төбәк йәшәү минимумынан аҙыраҡ ҡалһа, түләү 75% — 7 557,75 һумға тиклем арттырыла.
Бынан һуң да төбәк йәшәү минимумына еткереп булмаһа, түләү 100% — 10 077 һумға ҡәҙәр артырға тейеш.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, аҡсаға дәғүә итеүселәр эшкә һәләтле булыуын раҫларға йә иһә эшкә сыға алмауҙың етди сәбәбен (мәҫәлән, ауырыу, декретта ултырыу һәм башҡалар) күрһәтергә бурыслы. Шул уҡ ваҡытта төп шарттарҙың береһе – күсмә һәм күсемһеҙ милекте баһалау.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, документтар 1 апрелдә ҡабул ителә башлай, уларҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, шулай уҡ Күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә һәм Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарында тапшырырға мөмкин (алдан яҙылырға кәрәк).
Барлыҡ социаль ярҙам саралары буйынса консультацияны 8 (347) 200-80-80 күп каналлы телефоны буйынса алырға була (көн һайын иртәнге сәғәт 9-сы 30 минуттан киске 6-сы 30 минутҡа тиклем, шәмбе һәм йәкшәмбе – ял).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика