Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Март 2021, 14:25

Мәскәүҙә Башҡортостанға Инвестициялар йәлеп итеү үҙәге ойошторола

lori-images.net
lori-images.net
Мәскәүҙә Инвестициялар йәлеп итеү үҙәге булдырыла, тип хәбәр итте Башҡортостандың беренсе вице-премьеры һәм Иҡтисади үҫеш министрлығы етәксеһе Рөстәм Моратов. Былтыр төбәк кимәлендә ошондай штаб булдырылғайны. Уны баш ҡалала «Башҡортостан Республикаһының сауҙа йорто» менән бер бинала урынлашҡан ойошма тулыландыра.
Мәскәүҙәге «Welcome Bashkortostan» инвестициялар йәлеп итеү үҙәге, тәү сиратта, туризмды үҫтереү, Рәсәй һәм сит ил инвесторҙарын эҙләү, уларҙың проекттарына ярҙам итеү менән шөғөлләнә, тине вице-премьер.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: