07:57 (UTC+5), 12 Март 2021

Франция инвесторҙары башҡорт балын етештереүгә 3,8 миллиард һум аҡса һалырға ниәтләй

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Франция инвесторҙары Патрик Хоффман һәм Антуан Менделовичи республикала умартасылыҡ өлкәһендә күләмле проектты тормошҡа ашырырға йыйына. Бында һүҙ Башҡортостанда 30 мең бал ҡорто күсенән етештереү базаһы булдырыу, халыҡ-ара аккредитацяға эйә булған бал сифаты лабораторияһын асыу, шулай уҡ халыҡ-ара экспорт өсөн йылына 7 мең тоннаға тиклем төрлө бал продукцияһын әҙерләү тураһында бара.
Бынан тыш, эшҡыуарҙар урта рус тоҡомло бал ҡортоноң башҡорт популяцияһы генетикаһын һаҡлау, республика балы брендын үҫтереү эшен дә ойошторорға ниәтләй. Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 3,8 миллиард һум.
Республикала проектты башлау өсөн «Би Хэппи» («Бәхетле бал ҡорто») компанияһы теркәлгән, эштең төп йүнәлештәрен һәм этаптарын билдәләргә тейешле юл картаһы әҙерләнгән.
Тәүге умарталыҡтарҙы Бөрйән, Ишембай, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарында урынлаштырыу күҙаллана. Производствола бөтәһе 160 яңы эш урыны булдырыла. Күргәҙмә үҙәге менән бал продукцияһын эшкәртеү заводы иһә Өфөлә урынлаштырыла.
«Беҙҙең төп маҡсат – Рәсәйҙә алдынғы бал етештереүселәрҙең һәм сит илгә сығарыусыларҙың береһе булыу. Был умартасылыҡтың инвестиция йәлеп итеү һәләтен арттырырға һәм башҡорт балын премиум-продукция сегментына сығарырға мөмкинлек бирергә тейеш», – тип һөйләне Антуан Менделовичи «Инвестиция сәғәте» ултырышында.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфө хакимиәтенә ҡала биләмәһендә эшкәртеүсе ҡеүәттәрҙе һәм күргәҙмә үҙәген урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушты.
«Француз коллегаларыбыҙҙың бал етештереү темаһы менән ҡыҙыҡһыныуы өсөн бик шатбыҙ, билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә әҙербеҙ. 2022 йылда Башҡортостан умартасылыҡ буйынса «Апимондия» халыҡ-ара конгресын ҡабул итә. Күргәҙмә комплексы өсөн Өфөлә лайыҡлы урын һайлағыҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика