11:05 (UTC+5), 08 Февраль 2021

Республикала 7 меңдән ашыу алданған өлөшсө һәм 125 проблемалы объект иҫәпләнә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда әлеге ваҡытта 7 меңдән ашыу алданған өлөшсө һәм 125 проблемалы объект иҫәпләнә. Күпселеге Өфөлә һәм Өфө районында урынлашҡан, тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Былтыр Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы Өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды менән проблемалы төҙөлөш объекттарын берлектә финанслау механизмын индереү мөмкинлеге өсөн эш алып барҙы. Йыл йомғаҡтары буйынса, Фонд менән 62 объектҡа ҡарата мәсьәлә өйрәнелде, улар буйынса 3,5 меңдән ашыу өлөшсөнөң хоҡуҡтарын тергеҙеү планлаштырыла.
Фондтың Күҙәтеү советы 53 объект буйынса финанслау тураһында ҡарар ҡабул иткән. 19 объект буйынса граждандарға аҡсалата компенсация түләнә. 700-гә яҡын граждан түләү алған да инде.
2021-2023 йылдарҙа 34 объект төҙөлөп бөтөргә тейеш. Төҙөүсенең бурыстарын республиканың Өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды үҙенә ала.
Федераль фонд менән берлектәге саралар барышында 2021 йылға ике меңдән ашыу зыян күргән өлөшсө иҫәпләнгән 31 проблемалы объект раҫланған. Улар – Өфөлә, Салауатта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Шишмә, Иглин, Учалы, Стәрлетамаҡ райондарында.
Ошо объекттар буйынса 480 миллион һум күләмендә республиканан берлектә финанслау талап ителә, тип өҫтәне министр урынбаҫары.
«Сумма бөтә объекттарҙы төҙөүҙе тамамлау мөмкинлегенән сығып иҫәпләнгән, ләкин документтарҙы ҡараған ваҡытта фонд компенсациялар түләү мөмкинлеге тураһында мәсьәләне хәл итергә тейеш», — тине Артем Ковшов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика