11:40 (UTC+5), 04 Февраля 2021

Республикала 2020 йылда шәхси төҙөлөш иҫәбенә сафҡа индерелгән торлаҡ күләме артҡан

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда 2020 йылда сафҡа индерелгән торлаҡ күләме 2019 йыл менән сағыштырғанда 3,5% артҡан. 2,45 миллион квадрат метр торлаҡ (32 мең фатир) файҙаланыуға тапшырылған. Мең кешегә 610 квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, тип хәбәр итте Башстат.
Халыҡтың үҙ иҫәбенә йәки кредит ярҙамында төҙөгән торлаҡ өлөшө 61% тәшкил итә. Был дөйөм майҙаны 1,5 миллион квадрат метрлыҡ 13,7 меңгә яҡын шәхси йорт тигән һүҙ (2019 йылға ҡарағанда 8% күберәк).
Девелопер компаниялары дөйөм майҙаны 956,3 мең квадрат метрлыҡ 18,3 мең фатирҙы файҙаланыуға тапшырған – 2019 йылдағы кимәлдән 2,7% түбәнерәк.
Башҡортостан торлаҡ төҙөү күләме буйынса Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәйҙә һигеҙенсе урынды биләй.
Торлаҡтан тыш, республикала социаль әһәмиәтле объекттарҙы төҙөү дауам итте. 2020 йылда 1345 уҡыусылыҡ мәктәптәр, 2800 урынлыҡ балалар баҡсалары, 204 койкалыҡ дауаханалар, тәүлегенә 106 пациентты ҡабул итерлек амбулаториялар һәм поликлиникалар, ике физкультура-һауыҡтырыу комплексы, майҙаны 327 квадрат метрлыҡ спорт залы сафҡа индерелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика