12:16 (UTC+5), 03 Февраля 2021

Республикала льготаға эйә булғандарға Берҙәм аҡсалата компенсация түләү өсөн 4,2 миллиард һум бүленә

Валерий Шахов
Галина Бахшиева
Башҡортостанда льготаға эйә булғандарға Берҙәм аҡсалата компенсация түләү өсөн быйыл 4,2 миллиард һумдан ашыу бүленә, тип хәбәр иттеләр республиканың Хеҙмәт министрлығынан.
2020 йылда республикала 525 мең кеше торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн сығымдарға дөйөм суммаһы 5 миллиард һумдан ашыуыраҡ аҡсалата компенсация алды.
«Уҙған йылдың сентябренән коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар буйынса һәм ошо хеҙмәттәр өсөн бөтөнләй бурыс булмаған осраҡта компенсация түләүе ҡаралған», — тип белдерҙеләр Хеҙмәт министрлығында.
Ведомство-ара эш итеү һөҙөмтәһендә торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә иҫәпләнгән түләү, шулай уҡ Республика халыҡ социаль ярҙам үҙәге бүлексәһенең бурысы тураһында мәғлүмәттәр тиҙ генә алына.
«Әгәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымдар ғаиләнең ошондай хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымдарының рөхсәт ителә торған дәүмәленән юғары булһа, субсидия рәүешендә социаль ярҙам күрһәтелә. Ул республика бюджетынан түләнә», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Кемдәрҙең ошондай субсидия алырға хоҡуҡлы булыуын бында белергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика