09:21 (UTC+5), 02 Февраль 2021

Өфө мэрияһы 2021 йылда ауыл хужалығы йәрминкәләрен уҙғарыу графигын раҫланы

Галина Бахшиева
Өфө мэрияһы 2021 йылда ауыл хужалығы һәм тематик йәрминкәләрҙе уҙғарыу графигын раҫланы. Тейешле ҡарар баш ҡала хакимиәте сайтында баҫылған.
Документҡа ярашлы, баш ҡаланың бөтә райондарында ауыл хужалығы йәрминкәләрен ойоштороу өсөн 12 майҙансыҡ билдәләнгән.
Әйтәйек, 6, 13, 20 һәм 27 февралдә, шулай уҡ 6 һәм 13 мартта Өфөнөң бер нисә районында ит йәрминкәләре уҙғарыла.
«Бөтәһе лә баҡса өсөн» яҙғы йәрминкәләр 24 апрелдә, 1, 2 һәм 8 майҙа була.
12 июндә Рәсәй көнө һәм Өфө ҡалаһы көнө уңайынан бер ауыл хужалығы йәрминкәһе үткәрелә.
«Еләкле тырыз» йәрминкәләре 10, 17 һәм 24 июлдә була.
Бал йәрминкәләре, ғәҙәттәгесә, йәй һуңында — 14, 21 һәм 28 августа ойошторола.
4, 5, 11, 12, 18, 19, 25, 26 сентябрҙә, шулай уҡ 2, 3, 9, 10, 16, 17, 23, 24, 30, 31 октябрҙә һәм 20, 27, 28 ноябрҙә Өфөнөң барлыҡ райондарында ауыл хужалығы йәрминкәләре була.
Ит йәрминкәләрен Өфөлә 4, 5, 11, 12, 18, 19, 25 һәм 26 декабрҙә уҙғарыу планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика