11:47 (UTC+5), 01 Февраля 2021

Башҡортостан Италия менән сауҙа һәм туристик хеҙмәттәшлекте үҫтерә

Наталья Овчарук
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Италия менән сауҙа һәм туристик хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килеште. Республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Итало-Рәсәй сауҙа палатаһы президенты Трани Винченцо менән осрашыуҙан һуң ошо хаҡта белдерҙе.
Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, һуңғы ете йылда яҡтар араһында тышҡы сауҙа әйләнеше кәмеһә лә, быйыл Башҡортостандан Италияға экспорт артҡан.
«Пландарыбыҙ ҙур – Башҡортостандан ауыл хужалығы, медицина, еңел сәнәғәт продукцияһы менән тәьмин итеүҙе киңәйтеү мөмкинлектәре бар. Берлектәге саралар ҙа Италия менән мөнәсәбәттәребеҙҙе нығытырға тейеш. Әйтәйек, «Кремонини групп» башлығы иҫәпләүенсә, Башҡортостан – ит етештереү өсөн идеаль урын», – тип һөйләне премьер-министр.
Назаров һүҙҙәренсә, яҡтар туристик ағымды киңәйтеү хаҡында килеште. Башҡортостан палата вәкилдәрен Өфөгә World Travel Technology Awards премияһын тапшырыу тантанаһына саҡырҙы. Республика эшҡыуарҙары, үҙ сиратында, Италияла махсуслаштырылған күргәҙмәләрҙә бушлай ҡатнаша ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика